Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Апрель 2022, 12:05

Уруновтан ҡотола алмайҙар…

«Спартак» клубынан «Өфө» командаһына арендаға күскән үзбәк футболсыһы Остон Урунов бер кемгә кәрәкмәй булып сыҡты.  

Заманында «Өфө» командаһында генераль директор булып эшләгән Шамил Ғәзизов, Уруновты бер миллион евроға һатып ала. Өмөтлө футболсы шунда уҡ составҡа яраҡлашып, матур уйын күрһәтә башлай.   Һәм шул ваҡытта Ғәзизовты, «Спартак» клубы үҙенә эшкә саҡырып ала. Беҙҙең генераль директор Уруновты эйәртеп алып, Мәскәү командаһына 1,5 миллион евроға  тәҡдим итә. Үзбәк уйынсыһы үҙ карьераһында ҙур аҙым яһап уйнар урынына, киреһенсә составҡа эләгә алмай йонсой. Улар өсөн 1,5 йылда бары 154 минут уйнап, Ғәзизов ҡабаттан Өфөгә ҡайтҡас, уны аптырап  арендаға ала. Беҙҙә лә йүнләп уйнай алмай, ошоғаса бер ҙә гол индергәне юҡ. «Спартак» менән килешеүе лә  2025 йылға тиклем төҙөлгән. Һатам тиһәләр, ул хаҡҡа алыусы ла юҡ. Хәҙер аптырайҙар…

Фото: ТАСС.

Уруновтан ҡотола алмайҙар…
Уруновтан ҡотола алмайҙар…
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: