Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Апрель 2022, 08:35

«Салауат Юлаев» уйынсыларын парлай башланы

«Салауат Юлаев» командаһы яңы ике уйынсы менән тулыланғандан һуң, быға тиклем үҙендә сығыш яһаған хоккейсылар менән дә килешеүҙәрен оҙайта башланы.  

Мәҫәлән, быға тиклем һөжүмсе Степан Санниковҡа ике миҙгел тәҡдим итһә, «Металлург» составында ике тапҡыр Гагарин кубогын яулаған һаҡсы Виктор Антипин менән бер миҙгелгә килешеү төҙөнө.  Шулай уҡ һөжүмсе Владислав Картав менән һаҡсы Евгений Бирюков та Өфөлә тағы бер йыл уйнаясаҡ.

Фото: ТАСС. 

«Салауат Юлаев» уйынсыларын парлай башланы
«Салауат Юлаев» уйынсыларын парлай башланы
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: