Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Апрель 2022, 07:40

Бер аҙымдан, мең аҙым ҡалды...

Кисә Гагарин кубогының алтынсы финал осрашыуында  ЦСКА уйынсылары “Металлург” командаһын йәнә еңеп, дөйөм иҫәпте тигеҙләне.  

Хәҙер хәл иткес етенсе уйын иртәгә Магнитогорскиҙа уҙасаҡ. Ә бит  “Металлург” уйынсыларына кубокты яулар өсөн бер генә аҙым ҡалғайны. Улар дөйөм 3:1 иҫәбенә өҫтөнлөк итеп, бишенсе бәйгелә лә дәғүәсеһен еңеп килде. Ана шул ҡәһәрле алты минут, ошо хәлгә килтерҙе лә инде. Әрме уйынсылары иҫәпте тигеҙләүгә өлгәшә һәм овертаймда еңеү яулай һәм бына кисә лә магнитты ҡыҫып, бәйгене етенсе хәл иткес уйынға алып барып еткерҙе.

Фото: ТАСС. 

Бер аҙымдан, мең аҙым ҡалды...
Бер аҙымдан, мең аҙым ҡалды...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: