Спорт
28 Апрель 2022, 10:20

Магнитҡа бер генә еңеү етмәй

Бөгөн Гагарин кубогының алтынсы финал осрашыуында  ЦСКА уйынсылары “Металлург” командаһын ҡабул итәсәк.  

Уҙған бәйгелә әрме хоккейсылары еңеләм тигән еренән “Металлург” клубын овертаймда алдырып, көйәрмәндәренә өмөт өҫтәне. Шулай ҙа әлегә өҫтөнлөк Магнит командаһы яғында. Уларға төп призды яулар өсөн бары бер генә еңеү етмәй. Ә инде бөгөн дә ЦСКА командаһы дәғүәсеһен алдырһа, етенсе хәл иткес осрашыу Магнитогорскиҙа уҙасаҡ.

Фото: ТАСС.

Магнитҡа  бер генә еңеү етмәй
Магнитҡа бер генә еңеү етмәй
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас