Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Апрель 2022, 13:40

Турнир һайын миҙал!

Кисә ҡул һығышы һәм грэпплинг буйынса БР Эске эштәр министрлығының клубтар араһында үҫмерҙәрҙең асыҡ беренселеге  уҙҙы.  

Өфө районының Шамонино ауылында күптән ойошторолоп, уның уңышлы сығыш яһаған үҫмерҙәре турнир һайын призерҙар исемлегенән ҡалғаны юҡ. Һәм был юлы ла уңыш улар яғында булды. Бигерәк тә Асҡар Урманов турнирҙан турнирға бейеклектәр алыуын дауам итә. Екатеринбургта булһынмы, Мәскәүҙә булһынмы, ул наградаһыҙ ҡайтмай. Әле лә Өфөлә уҙған бәйгелә ике ауырлыҡ категорияла сығыш яһап, икеһенәндә лә миҙаллы булды. 36 килограмм үлсәмдә беренсе булһа, 32-һендә икенсе урын менән лайыҡланды.

Хәҙер ул оҙаҡламай Мәскәүҙә уҙасаҡ ярышҡа әҙерләнә.

Фото: Урманов.

Турнир һайын миҙал!
Турнир һайын миҙал!
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: