Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Апрель 2022, 11:15

Магнит йәнә еңеүгә ынтылмаҡсы...

Бөгөн хоккей буйынса Гагарин кубогының дүртенсе финал осрашыуы уҙасаҡ.  

Даими беренселек еңеүсеһе “Металлург” командаһы башта ЦСКА уйынсыларына 1:3 иҫәбенә отолғас, ҡалған икәүһендә лайыҡлы рәүештә еңде. Бигерәк тә Мәскәүҙәге беренсе уйында хужалар ҡунаҡтарға ҡаршы бер ни ҡыла алмай, 0:4 иҫәбенә бирелде. Әгәр бөгөн дә әрме клубы еңелһә, 2016 йылдағы сценарий ҡабатланыуы ихтимал. Сөнки был ике команда шул ваҡыт  финалда осрашып, тәүгеһе дәғүәсеһен  дөйөм 4:3 иҫәбенә еңеп, төп призды яулағайны.

Фото: ТАСС. 

Магнит  йәнә еңеүгә ынтылмаҡсы...
Магнит йәнә еңеүгә ынтылмаҡсы...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: