Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Апрель 2022, 11:00

Еңелмәҫ булып, бокстан китте…

Кисә данлыҡлы Уэмбли стадионында профессиональ бокс буйынса билдәле Тайсон Фьюри уңышҡа өлгәшеп, еңелмәҫ икәнен йәнә иҫбатланы.  

Ул 100 меңгә яҡын йыйылған халыҡ алдында, Диллиан Уайтты алтынсы раундта нокаутҡа ҡолатып, 33 еңеү яуланы һәм бер ҙә еңелмәй профессиональ карьераһына нөктә ҡуйырға булды. «Мин ҡатыныма ошонан һуң башҡаса рингҡа сыҡмасағымды белдерҙем. Көйәрмәндәремде яратам, барыһы өсөн дә рәхмәт», тине ул алыштан һуң.

Ысынлап та Фьюри үҙ карьераһында бер ҙә отолғаны булмай. Һәм был юлы ла һуңғы алышында, дәғүәсеһен матур итеп еңеп, карьераһында ҙур нөктә ҡуйҙы. Ә инде Уайт 31 бәйге уҙғарып, өсөнсөгә отолдо.

Фото: ТАСС.

Еңелмәҫ булып, бокстан китте…
Еңелмәҫ булып, бокстан китте…
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: