Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Апрель 2022, 07:40

Бәлки 100 йыллығына кубоклы булыр…

Кисә футбол буйынса Рәсәй кубогының сирекфинал уйындары булып уҙҙы.  

Рәсәй чемпионы, күп тапҡыр кубоклы булған «Зенит» командаһы Владикавказдың «Алания» клубы менән 2:2 иҫәбенә уйнап, еңеүсене асыҡлай алмағас, пенальти серияһында «Алания» мәргәнерәк булып сыҡты һәм ярымфиналға сыҡты. Шулай уҡ «Енисей» уйынсылары ла «Рубин»ды 3:1 иҫәбенә отоп, тәүгә юлын дауам итте. «Спартак» футболсылары беренселектә йүнләп уйнай алмағас, бында исмаһам ЦСКА-ны алдырып, үҙенең 100 йыллыҡ юбилейында төп приз өсөн көрәшәсәк. Дүртенсе ярымфиналсы булып «Динамо» (Мәскәү) командаһы танылды.

Шулай итеп, ярымфиналда «Анания», «Енисей», «Спартак» һәм «Динамо» клубтары уйнаясаҡ.

Фото: ТАСС.

Бәлки 100 йыллығына кубоклы булыр…
Бәлки 100 йыллығына кубоклы булыр…
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: