Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Апрель 2022, 14:00

Төп конкурентты юҡ иттеләр...

Беҙҙең волейболсылар элек-электән донъяла дан тотто.  

Улар  Олимпия уйындары чемпионы һәм призеры, донъя беренселегенең көмөш, Европа чемпионатының ике тапҡыр чемпионы, Донъя кубогының ике тапҡыр  еңеүсеһе, Донъя лигаһының – өс, милләт-ара лигаһының ике тапҡыр төп кубогын яулай һәм унан башҡа төрлө халыҡ-ара ярыштарҙа ла дан тота һәм тотасаҡ. Әммә, тоттолар ҙа әлеге донъялағы ыҙғышта беҙҙе ғәйепләп, бар спорт төрҙәренән ситләттеләр. Дөрөҫөрәге, төп конкурентты юҡ иттеләр. Үкенерләр инде, тик һуң булыр...

Бына быйыл Рәсәйҙә волейбол буйынса донъя беренселеге уҙырға тейеш ине. Әлеге лә шул санкциялары менән уны икенсе ергә күсерҙеләр. Унда ҡатнашасаҡ беҙҙең команда урынына, кемде тип уйлайһығыҙ ҡуйҙылар?  Дөрөҫ, Украинаны...

Фото: ТАСС. 

Төп конкурентты юҡ иттеләр...
Төп конкурентты юҡ иттеләр...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: