Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Апрель 2022, 21:25

Магнит еңелеүҙән башланы

Бөгөн хоккей буйынса Гагарин кубогының беренсе финал осрашыуы уҙҙы.  

Даими беренселек еңеүсеһе “Металлург” командаһы үҙ майҙанында ЦСКА уйынсыларын ҡабул итеп, ҡунаҡтарға 1:3 иҫәбенә отолдо. Ғөмүмән был ике команда бер ваҡыт ошо уҡ финалда уйнағайны. Һәм унда Магнитогорск хоккейсылары уларҙы дөйөм 4:3 иҫәбенә еңеп, төп призды яуланы. Әрме клубы ул йәһәттән, әллә ни бәхет йылмайғаны юҡ, сөнки улар үҙ тарихында биш тапҡыр финалда уйнап, тик береһендә генә “Гагарин”лы була.

Фото: ТАСС.

Магнит  еңелеүҙән башланы
Магнит еңелеүҙән башланы
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: