Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Апрель 2022, 21:50

Йүгерәм тип, өйөнә ҡайтып етмәй…

Cаңғыла йүгереү буйынса йыл да Рәсәйҙә уҙған марафон бәйгеһендә, йәнә бер ҡурҡыныс фәжәғә теркәлгән.  

61 йәшлек саңғы төрөн яратҡан вәкил, 40 саҡрым араны уҙғас аңын юғалтҡан һәм дауаханаға барып етмәй йәнен биргән. Әлбиттә, ҡыҙғаныс хәл, сөнки былтыр ҙа ошо уҡ Камчаткала уҙған ерҙә, спортсы булмаған кешенең дистанцияла йөрәге туҡтай.

Был ярышта спортсы һәм спортсы булмаған 400-гә яҡын вөкил көс һынаша. Әлбиттә күптәре ҡыҙыҡ өсөн йүгерә, әммә ошондай хәлдең йыш ҡабатланыуы, уйланырға урын бирә. Һәм шуныһы: ярыш алдынан барыһы ла медицина анализдарын биреп ҡатнаша, тик нишләптер ул ярҙам итмәй…

Фото: ТАСС. 

Йүгерәм тип, өйөнә ҡайтып етмәй…
Йүгерәм тип, өйөнә ҡайтып етмәй…
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: