Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Апрель 2022, 13:15

Бер голға – 131 мең доллар…

Донъяның данлыҡлы футболсыһы Криштиану Роналду, уйын һайын кеҫәһен йөҙәр мең долларға быйыта.    

Мәҫәлән яңыраҡ ул “Манчестер Юнайтед” клубы өсөн хет-трик эшләп, килемен 1,1 миллион долларға арттырған. Ул командаһының килешеүе буйынса уңышҡа өлгәшкәне һайын клубтан бонуслата аҡса алып ята. Быйылғы миҙгелдә голдарҙың һанын 20-гә еткергәс, килешеү буйынса команда уға 982 мең доллар менән байытҡан. Ә инде һанын 21-гә еткергәс, бонуслата 131 мең доллар өҫтәп биргән. Бына кире 37 йәшлек һөжүмсе, һәр уңышына 131 мең доллар (беҙҙең аҡса менән яҡынса 10500000 һум) аласаҡ. Бына бит ул, уйнай белгәс…

 

Бер голға – 131 мең доллар…
Бер голға – 131 мең доллар…
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: