Заманында уларҙың бер тапҡыр юлдары киҫешә, әммә Магнитогорск уйынсылары көслөрәк булып сыға һәм кубокты яулай. Ә инде дөйөм әйткәндә, әрме хоккейсылары өс миҙгел рәттән финалға сығып, 2019 йылда ғына тәүгә кубоклы булды. Ғөмүмән, улар үҙ тарихында биш тапҡыр төп приз өсөн көрәшә. “Металлург” иһә, дүрт мәртәбә финалға сыға һәм икеһендә еңеүсе булып таныла.
“Гагарин” тарихына килһәң, унда 12 клубҡа финалда уйнарға бәхет йылмая, тик бишеһе призһыҙ ҡала. “Аҡ барс” дүрт тапҡыр уйнай һәм өсөһөндә кубоклы була. СКА менән “Динамо” (Мәскәү) икешәр мәртәбә сыға һәм икеһе лә икешәр еңеү яулай. “Авангард” та өс тапҡыр финалға сыға, тик береһендә бәхет йылмая. “Салауат Юлаев” иһә бер сыға ла һәм кубокты эләктерә. Бына шул…
Фото: ТАСС.