Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Апрель 2022, 18:25

Ике минутта - ике гол

Яңыраҡ футбол буйынса Рәсәй Премьер-лига беренселегенең сираттағы турында “Өфө” командаһы ЦСКА клубын ҡабул итте.  

Осрашыу аҙағынаса ик яҡ команда ла иҫәп аса алмай ыҙаланды. Һәм төп ваҡыт тамамланыуға ике минут тирәһе ҡалғанда, ҡунаҡтар алға сыға.Әммә беҙҙекеләр ҙә ике минут үтеүгә юғатыуҙан ҡотола һәм иҫәпте тигеҙләй.

Шулай итеп, “Өфө” клубы бер мәрәйле булып, саҡ ҡына булһа ла юғарыға күтәрелә. Ә бына әрме командаһы ике осрашыу рәттән биш мәрәй юғалтып, хәлен бер аҙ насайртты.

Киләһе уйынын беҙҙекеләр турнирҙаш “Урал” менән уҙғарасаҡ.

Фото: ТАСС

Ике минутта - ике гол
Ике минутта - ике гол
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: