Беҙҙекеләр беренсе үҙ-ара бәйгелә, Питерҙан еңеү менән ҡайтты. “Ағиҙел” уйынсылары хужаларҙы 3:0 иҫәбенә отоп, әгәр бөгөн дә еңеү яулаһа, киләһе раундҡа сығасаҡ. Бында уйын ике еңеүгә тиклем бара.
Ғөмүмән, “Ағиҙел” хоккейсылары йыл да призерҙар исемлегенән ҡалғаны юҡ. Былтыр улар көмөш миҙал менән бүләкләнһә, ә инде уға тиклем өс беренселек рәттән, чемпион исемен яулай. Унан тыш улар, өс тапҡыр көмөш һәм дүрт мәртәбә бронза миҙал призеры булып һынала.
Фото: ТАСС.