Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Апрель 2022, 14:05

Испания менән Германия бер төркөмгә эләкте

Кисә футбол буйынса буласаҡ донъя чемпионатының йәрәбәһе булып үтте.  

“А” төркөмөнә беренселек хужаларынан тыш, Сенегал, Эквадор һәм Нидерланд командалары эләкһә, Испания, Германия, Япония һәм Коста-Рика менән Яңы Зеландия уйынсылары араһында буласаҡ еңеүсе “Е” төркөмәндә көс һынашасаҡ. “В” төркөмөнә Англия, Иран, АҠШ һәм Шотландия, Уэльс менән Украина футболсылары араһында буласаҡ еңеүсе уйнаясаҡ.

“С” төркөмө: Аргентина, Польша, Сәғүд Ғәрәбстаны, Мексика; “D” төркөмө: Франция, Дания, Тунис һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Австралия менән Перу командалары араһында буласаҡ еңеүсе; “F” төркөмө: Бельгия, Канада, Марокко, Хорватия; “G” төркөмө: Бразилия, Сербия, Швейцария, Камерун; “Н” төркөмө: Португалия, Гана, Уругвай, Көньяҡ Корея.

Чемпионат 21 ноябрҙән 18 декабргә тиклем Катарҙа уҙасаҡ.

Фото: ТАСС. 

Испания менән Германия бер төркөмгә эләкте
Испания менән Германия бер төркөмгә эләкте
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: