-25 °С
Болотло
Улар Һамарҙа урындағы “Крылья Советов” клубын 2:1 иҫәбенә еңеп ҡайтты. Иҫәпте лә беренсе булып беҙҙекеләр асты. Хужалар иҫәпте икенсе осорҙоң урталарында ғына тигеҙләй алды. Ә инде төп ваҡыт тамамланыуға өс минут тирәһе ҡалғанда, чемпионат бомбардиры Гамид Агаларов йәнә уңышҡа өлгәшеп, өфөләргә еңеү килтерә.
Шулай итеп, “Өфө” клубы 21 мәрәй яулап, турнир таблицаһының 14-се баҫҡысына күтәрелде.
Фото: ТАСС.