Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Апрель 2022, 11:35

Хоккей иле футболда ла бәхет һынамаҡсы...

Яңыраҡ футбол буйынса донъя чемпионатына эләгеү өсөн стык осрашыуҙары уҙҙы.  

Канада футболсылары, Ямайка командаһын 4:0 иҫәбенә еңеп, 36 йылдан һуң йәнә донъя чемпионатында ҡатнашыу хоҡуғын яуланы һәм рейтинг буйынса хатта беҙҙекеләрҙе уҙып китте.  Рәсәй футболсылары менән уйнарға тейеш булған Польша командаһы, Швеция уйынсыларын 2:0 иҫәбенә еңеп, быйыл Катарҙа буласаҡ төп бәйгелә ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ Португалия футболсылары ла, быға тиклем итальяндарҙы еңгән Төньяҡ Македония командаһын шул уҡ иҫәпкә алдырып, донъя беренселегенә барасаҡ.
Әлегә финал стадияһында ҡатнашасаҡ 32 команданың 29-ҙы билдәле. Улар араһында – Португалия менән Польшанан тыш, Франция, Дания, Германия, Бельгия, Хорватия, Испания, Сербия, Англия, Швейцария, Нидерланд, Катар, Иран, Көньяҡ Корея, Япония, Сәғүд Ғәрәбстаны, Бразилия, Аргентина, Эквадор, Уругвай, Канада, Сенегал, Гана, Марокко, Тунис, Мексика, АҠШ һәм Камерун командалары. Тағы ла Шотландия менән Украина уйынсылары араһында июндә асыҡланасаҡ еңеүсе һәм бер нисә команда әлегә билдәһеҙ.

Фото: ТАСС

Хоккей иле футболда ла бәхет һынамаҡсы...
Хоккей иле футболда ла бәхет һынамаҡсы...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: