Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Март 2022, 07:55

«Авангард» икенсегә ынтылмаҡсы…

Хоккей буйынса Гагарин кубогының бер генә ярымфиналсыһы билдәһеҙ.  

Кисә «Авангард» командаһы алтынсы уйында «Металлург» уйынсыларын 5:1 иҫәбенә еңеп, дөйөм иҫәпте тигеҙләне. Шулай итеп, иртәгә Магнитогорскиҙа улар үҙ-ара осрашып, Көнсығыш конференцияһынан икенсе ярымфиналсны асыҡлаясаҡ. Ә инде тәүгеһе – «Трактор» клубы. Улар «Салауат Юлаев»ты дөйөм 4:2 иҫәбенә отоп, дәғүәсеһен көтөп ҡала. Көнбайышта иһә, ЦСКА менән СКА хоккейсылары инде дүртенсе миҙгел рәттән төп бәйгегә сығыр өсөн сәкәләшәсәк.

Фото: ТАСС. 

«Авангард» икенсегә ынтылмаҡсы…
«Авангард» икенсегә ынтылмаҡсы…
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: