Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Март 2022, 10:00

Көнбайыштар хәл итте

Кисә ЦСКА командаһы артынан СКА хоккейсылары ла “Спартак”ты йәнә алдырып, конференцияһының финалына сыҡты.  

Ғөмүмән, финалға сыҡҡан был командалар дүртенсе миҙгел рәттән, үҙ-ара көс һынаша. Былтыр мәҫәлән, ЦСКА уйынсылары төп приз өсөн “Авангард” командаһынан отолоп, кубокһыҙ ҡалғайны. Омск уйынсылары тигәндән, улар кисә “Металлург” клубына йәнә еңелеп, өсөнсө осрашыу рәттән уйынын таба алмай ыҙалана. Ә бит Канада белгесенең тәрбиәләнеүселәре серияны бик уңышлы башлағайны. Улар Магнитогорскиҙа  ике еңеү яулап, ҙур өҫтөнлөк менән өйөнә ҡайтты. Әммә, Воробьевтың командаһы үҙендә көс табып, хәҙер бер аяғы менән финалда. Шулай уҡ Силәбе өлкәһенең икенсе клубына ла бер ынтылыш ҡалды. Улар бөгөн Өфөлә “Салауат Юлаев” командаһы  менән алтынсы осрашыу  уҙғарасаҡ. Беҙҙекеләр, моғайын бирешмәҫ һәм етенсе бәйгегә  генә еңеүсе асыҡланыр тип ышанғы килә.

фото: ТАСС.

Көнбайыштар хәл итте
Көнбайыштар хәл итте
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: