Йәл, әлбиттә. Хәҙер улар ике уйын рәттән Силәбе уйынсыларына отолоп, серияны тегеләрҙең ҡулына тотторҙо. Команда капитаны, тотороҡло һаҡсы Александр Паниндың да уйнамауы, бәкәлгә һуҡты. Уны уҙған осрашыуҙа дәғүәсенең башына төкөгәне өсөн, КХЛ-дың спорт дисциплинар комитеты өс уйындан ситләтте. Былай ҙа составы менән маһая алмаған өфөләрҙе, йәнә лә аяҡ салдылар. Дөрөҫөрәге, хоккей спорт төрө, ысын ир-ат уйынынан, бәләсниктәр бәйгеһенә оҡшап бара...
Ә инде “Салауат Юлаев”ҡа, иртәгә Өфөлә буласаҡ осрашыуҙа, уңыштар ғына теләге ҡала. Сөнки уларға, артҡа сигенергә урын юҡ.
Фото: ТАСС.