Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Март 2022, 11:05

Өфөлә “Трактор” икенсегә һынау тотасаҡ

Бөгөн “Салауат Юлаев” командаһы  плей-офф бәйгеһен дауам итеп, “Трактор” клубы менән үҙ-ара дүртенсе осрашыу  уҙғарасаҡ.  

Уҙғанында өфөләр ҡунаҡтарҙы 2:1 иҫәбенә отоп, дөйөм серияла алға сыҡҡайны. Шулай уҡ Мәскәүҙә ЦСКА менән “Динамо” (Мәскәү) уйынсылары араһында ла хәл иткес бәйге уҙасаҡ. Сөнки әрме командаһына конференцияның финалына сығыр өсөн бары бер генә аҙым яһайһы ҡалды. Ә инде кисә “Металлург” хоккейсылары ниһайәт еңеү яулап, көйәрмәндәренә өмөт уятты. Улар үҙ майҙанында “Авангард”ҡа ике рәт еңелгәс, был юлы ҡунаҡта, хужаларҙы 2:1 иҫәбенә отто.  СКА командаһы ла “Спартак”ты ошо уҡ иҫәпкә алдырып, серияла алға сыға.

Фото:  ТАСС.

Өфөлә “Трактор” икенсегә һынау тотасаҡ
Өфөлә “Трактор” икенсегә һынау тотасаҡ
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: