Спорт
21 Март 2022, 16:50

Көсөргәнешле бәйге юлаевсыларға еңеү килтерҙе

Яңыраҡ “Салауат Юлаев” командаһы плей-оффтың өсөнсө осрашыуында Силәбенең “Трактор” командаһын 3:1 иҫәбенә еңеп, дөйөм һөҙөмтә буйынса алға сыҡты.  

Ҡунаҡтар эште оҙаҡҡа һуҙмай, баштан уҡ алға ташлана. Әммә хужалар һаҡлана биреп, һөжүмдең бер мәлен оҫта файҙаланып, иҫәпте асыуға өлгәшә. Уңышҡа Кузьмин ҡаҙанып, инде плей-офф башланғанынан алып, өс гол индерә. Икенсе осорҙа уйын икенсе төҫ алып, ҡанатланған өфөләр күберәк ваҡыт тегеләр яғында уҙғара. Һәм йәнә улар гол индеп, иҫәпте икегә еткерә. Был юлы уңыш Тихоновҡа йылмая. Юлаевсылар дәғүәсеһен ҡыҫҡандан-ҡыҫа бара, әммә бер хаталары иҫәпте ҡыҫҡартыуға килтерә. Һуңғы осорҙың аҙағында хужалар кәмселектә ҡалып, “Трактор”ға мөмкинлек аса. Ҡапҡабыҙҙы йән-яҡлап “утҡа” тотоп, ҡунаҡтар шайба сойорғота башлай. Беҙҙекеләр ҡаҡлыҡтыра һәм шайбаны бер мәл эләктерә һалып, тегеләрҙең буш ҡапҡаһына өсөнсө еңеү шайбаһын индерә.

фото: ТАСС. 

Көсөргәнешле бәйге юлаевсыларға еңеү килтерҙе
Көсөргәнешле бәйге юлаевсыларға еңеү килтерҙе
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас