Ҡунаҡтар беренсе осорҙоң аҙағында алға сыҡһа, хужалар Агаларовтың тырышлығы менән төп ваҡыттың 84-се минутында иҫәпте тигеҙләй.
Шулай итеп, беҙҙекеләр ике уйын рәттән берәр мәрәй яулап, әлегә турнир таблицаһының 15-се баҫҡысын биләй. Уларҙан аҫта урынлашҡан “Химки” клубы ла мәрәй иҫәбе буйынса өфөләр менән тиңләште. Киләһе турын “Өфө” командаһы Һамарҙа урындағы “Крылья Советов” менән уҙғарасаҡ.
фото: ТАСС.