Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Март 2022, 11:55

Ҡылыс менән "Трактор"ға ҡаршы...

Бөгөн хоккей буйынса Гагарин кубогы өсөн плей-оффтың сирекфинал бәйгеһе башланып, Силәбенең “Трактор” командаһы “Салауат Юлаев” уйынсыларын ҡабул итәсәк.  

Уҙған миҙгелдә лә өфөләр улар менән 1/8 финалда сәкәләшеп, Силәбе командаһын дөйөм 4:0 иҫәбенә алдырғайны. Ғөмүмән, юлаевсылар улар менән, бынан тыш, 2018 йылда ла төп кубок өсөн осраша. Тик унда “Трактор” клубы өфөләрҙе дөйөм 4:3 иҫәбенә еңеп, ярымфиналға сыҡҡайны.
Шулай итеп, улар өсөнсөгә осраша.
Көнсығыш конференцияһының икенсе сирекфиналында “Металлург” менән “Авангард” уйынсылары көс һынашасаҡ. Тәүгеһе “Барыҫ” клубын 4:1 иҫәбенә алдырып, әллә ни ауырлыҡ кисермәй, киләһе раундҡа сыҡһа, Омск өлкәһе клубы икенсе миҙгел рәттән Татарстан хоккейсылары менән сәкәләшеп, уларҙы икеһендә лә төп бәйгенән ҡыҫырыҡлап сығарҙы. Икен­сенән, “Авангард” командаһы уҙған “Гагарин”дың еңеүсеһе булып та һанала. Шуға күрә улар араһында бәйге бик көсөргәнешле булмаҡсы.
Көнбайышта СКА клубы уйынһыҙ, ял итеп киләһе раундҡа сыҡҡан “Спартак” хоккейсылары менән уйнаһа, ЦСКА командаһы хәлһеҙләнгән “Динамо” (Мәскәү) уйынсылары менән осрашасаҡ. Сөнки баш ҡала клубы уларға ҡаршы тешен ҡайраған “Северсталь”де етенсе уйында ғына еңде.
Шулай итеп, киләһе серияла, кубоктың тәмен татыған алты команданан тыш, “Спартак” менән “Трактор” ҙа улар янына ҡушылып, ниәтенә ирешмәксе булып көрәшкә сыҡты. Әлбиттә, Силәбе уйынсылары бер мәртәбә финалда уйнап, тәжрибә туплап өлгөрә, әммә “Спартак” хоккейсылары ике тапҡыр сирекфиналда уйнап, һуңғы дүрт миҙгелдә 1/8 финалдан да ары уҙғаны юҡ ине.

Фото: ТАСС. 

Ҡылыс менән "Трактор"ға ҡаршы...
Ҡылыс менән "Трактор"ға ҡаршы...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: