Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Март 2022, 12:45

Белоруссия биатлонсылары Өфөнө яулай

Яңыраҡ Өфөлә уҙған биатлон буйынса Рәсәй кубогының эҙәрлекләү ярышында, күрше республика спортсылары бар подиумды ла яулап, беҙҙекеләргә бөтөнләй өмөт ҡалдырманы.  

Быға тиклем спринтта беренсе урын яулаған Антон Смольский был юлы ла беренселекте яулаһа, командалаш иптәштәре Дмитрий Лазовский – икенсе, Никита Лобастов финишта өсөнсө күрһәткескә өлгәште. Ә инде Рәсәй йыйылма командаһы биатлонсыларынан  Кәрим Хәлили – дүртенсе, Эдуард Латипов – 10-сы һәм Александр Логинов тик 20-се булып ярышты тамамланы.

Оҙаҡламай ҡатын-ҡыҙҙар ошо уҡ төрҙән стартҡа сығасаҡ.

Фото: ТАСС

Белоруссия биатлонсылары Өфөнө яулай
Белоруссия биатлонсылары Өфөнө яулай
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: