Ә инде Татарстан уйынсылары икенсе миҙгел рәттән, Омск хоккейсыларынан отолоп, киләһе миҙгелгә тиклем ялға туҡтарға мәжбүр. Әлегә бер генә сирекфиналсы билдәһеҙ, сөнки Көнбайышта «Северсталь» хоккейсылары «Динамо»ны алтынсы бәйгелә еңеп, иҫәпте тигеҙләне. Хәҙер уны асыҡлар өсөн улар араһында етенсе уйын буласаҡ.
Ҡалған командалар үҙ парҙарын билдәләп, бәйге ваҡытын көтөп ҡала. Беренсе булып, 17 мартта «Трактор» клубы «Салауат Юлаев» менән осрашыуҙы башлаясаҡ. «Металлург» иһә, «Авангард» командаһы менән сәкәләшәсәк. СКА уйынсылары ЦСКА менән, ә инде «Спартак» клубы, «Динамо» һәм «Северсталь» командалары араһындағы еңеүсе менән уйнаясаҡ.
Фото: ТАСС.