Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Март 2022, 12:00

Филип Ларсен: «Мин «йәшел» йөрәкле булып ҡаласаҡмын…»

«Салауат Юлаев» командаһында бер нисә йыл уңышлы сығыш яһаған Дания һаҡсыһы Филип Ларсен, Өфөнө һағынып, көйәрмәндәргә ҙур рәхмәтен белдерҙе.  

«Әлбиттә, туған булып киткән  клуб менән ҡапыл хушлашыуы ауыр булды. Башҡортостан көйәрмәндәре лә мине үҙ итте, шуға рәхмәтлемен.  Ғөмүмән, һеҙҙә оҡшай ине,  шуға ла  ҡайтҡы килмәне. Икенсенән, Гагарин кубогына булған хыялым тормошҡа ашманы. Шулай ҙа мин хушлашмайым…», тине ул.

Дания уйынсыһы Өфөлә 2017 йылдан алып сығыш яһай. Улар өсөн бөтәһе 316 осрашыу уҙғарып, 53 гол индерә һәм 118-ендә уға булышлыҡ итә.

Фото: ТАСС. 

Филип Ларсен: «Мин «йәшел» йөрәкле булып ҡаласаҡмын…»
Филип Ларсен: «Мин «йәшел» йөрәкле булып ҡаласаҡмын…»
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: