Рәсәйҙең һәм Белоруссияның билдәле спортсылары спринт бәйгеһендә көс һынашты. Башта ир-ат вөкилдәре стартҡа сығып, һөҙөмтәлә күрше республика биатлонсылары тәүге ике урынды яуланы. Антон Смольский беренсе булһа Дмитрий Лазовский финишта икенсе ваҡыт күрһәтте. Ә инде беҙҙең билдәле Александр Логинов тик өсөнсө урын менән ҡәнәғәтләнде. Ә бына ҡатын-ҡыҙҙар ҡыуандырҙы тиһәк тә була. Рәсәй командаһынан Ирина Казакевич бар атыу рубежын да хатаһыҙ үтеп, алтын миҙаллы булһа, Кристина Резцова иһә, икенсе ваҡыт күрһәтте. Белоруссиянан Ирина Лещенко “бронза”лы булып, командаһына өсөнсө миҙал килтерҙе.
фото: ТАСС.