Гагарин кубогының сираттағы турында “Трактор” уйынсылары менән уйнаясаҡ. Уҙған плей-оффта ла өфөләр улар менән 1/8 финалда сәкәләшкәйне һәм беҙҙекеләр Силәбе командаһын дөйөм 4:0 иҫәбенә алдырғайны. Ғөмүмән, юлаевсылар улар менән бынан тыш, 2018 йылда ла төп кубок өсөн осраша. Тик унда “Трактор” клубы өфөләрҙе дөйөм 4:3 иҫәбенә еңеп, ярымфиналға сыҡҡайны.
Шулай итеп, улар өсөнсөгә осраша.
Кисә шулай уҡ “Аҡ барс” командаһы “Авангард”ты икенсегә еңеп, дөйөм иҫәпте ҡыҫҡарта төштө. Ә бына “Динамо” хоккейсылары “Северсталь” клубына ике рәт еңелгәндән һуң, ҡалған өсөһөндә дәғүәсеһен отоп, алға сыҡты.
Фото: ТАСС.