Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Март 2022, 08:05

«Трактор» менән ЦСКА сыҡты, сиратта «Авангард» менән СКА…

Бөгөн «Салауат Юлаев» командаһы Новосибирскиҙа урындағы «Себер» клубы менән плей-офф бәйгеһенең дүртенсе осрашыуында көс һынашасаҡ.  

Уҙғанында хужалар юлаевсыларҙы өҫтәмә ваҡытта еңеп, дөйөм серияны берәүгә ҡыҫҡартты. Шулай уҡ еңелеп барған «Аҡ барс» хоккейсылары «Авангард» менән дүртенсе хәл иткес бәйгелә осрашасаҡ. Сөнки Татарстан клубына серияла ҡалыр өсөн нисек тә булһа ҡунаҡтарҙы алдырырға кәрәк. Әлегә улар Омск  өлкәһе командаһына дөйөм 0:3 иҫәбенә отолоп килә. Көнбайышта СКА уйынсылары ла бер аяғы менән сирекфиналда. Ә бына «Динамо» (Мәскәү) командаһы ике рәт «Северсталь»гә еңелгәс, өсөнсөһөндә көйәрмәндәренә ышаныс уятты.

Кисә тәүге ике сирекфиналсы билдәле булды. «Трактор» менән ЦСКА командалары үҙ дәғүәселәрен дүртәр тапҡыр отоп, серияларын уңышлы тамамланы.

Фото: ТАСС. 

«Трактор» менән ЦСКА сыҡты, сиратта «Авангард» менән СКА…
«Трактор» менән ЦСКА сыҡты, сиратта «Авангард» менән СКА…
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: