Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Март 2022, 19:45

Новосибирскиҙан бер еңеү менән

“Салауат Юлаев” хоккейсылары плей-офф бәйгеһенең дүртенсе турында “Себер” клубын 6:3 иҫәбенә отоп, өсөнсө еңеү яуланы.   

Хәҙер уларға “Себер” командыһан үтер өсөн бер генә аҙым яһайһы ҡалды. Улар араһындағы киләһе осрашыу 10 мартта Өфөлә уҙасаҡ. Уҙған уйынға килгәндә, юлаевсыларҙан уңышҡа ике тапҡыр Кадейкин һәм берәр мәртәбә Алалыкин, Тихонов, Картаев һәм Хохряков  өлгәште. 

Әлегә “Трактор” менән ЦСКА клубтары ғына сирекфиналға сыҡты.

фото: ТАСС. 

Новосибирскиҙан бер еңеү менән
Новосибирскиҙан бер еңеү менән
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: