Улар “Себер” командаһын 4:2 иҫәбенә отоп, икенсе бәйге рәттән еңеү яуланы. Голдарҙы Кузьмин, Шмелев, Кадейкин һәм Пустозеров индерҙе.
Ғөмүмән, бөгөнгө осрашыуҙа, Рәсәй хоккейсылары үҙ һәләтен күрәһәтеп, легионерҙарҙың танауына сирте тиһәк тә яңылышмабыҙ. Афарин!.
Шулай уҡ кисә "Аҡ барс" уйынсылары икенсе осрашыуҙа ла "Авангард"ҡа отолоп, серияһын уңышһыҙ башланы. Мәскәүҙең "Динамо"һы ла Разиндың "Северсталь" клубына икенсе уйын рәттән бирелде. СКА иһә, был юлы ла "Динамо" (Минск) командаһын отто. Шулай итеп, әлегә "Салауат Юлаев", ЦСКА, "Авангард", СКА, "Северсталь" һәм "Трактор" хоккейсылары икешәр еңеү яуланы.
Фото: ТАСС.