Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Март 2022, 11:35

“Себер” үсен алырмы?..

Кисә хоккей буйынса плей-офф уйындарының икенсе туры башланды.  

“Металлург” командаһы был юлы  “Барыҫ” уйынсыларын 6:2 иҫәбенә еңеп, дөйөм иҫәпте тигеҙләне. Ә бына “Трактор” менән ЦСКА клубтары үҙ дәғүәселәрен йәнә алдырып, еңеүҙәрен икегә еткерҙе.

Бөгөн тағы дүрт осрашыу буласаҡ. “Аҡ барс” командаһы  – “Авангард”ты ҡабул итһә, СКА клубы “Динамо” (Минск) –менән,  “Динамо” (М.) уйынсылары  “Северсталь” менән һәм “Салауат Юлаев” икенсегә“Себер”ҙе ҡунаҡ итәсәк. 

Өфөләр тәүге бәйгелә Новосибирск командаһын 2:1 иҫәбенә отҡайны.

Фото: ТАСС. 

“Себер” үсен алырмы?..
“Себер” үсен алырмы?..
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: