Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Март 2022, 18:30

Республика Башлығы “Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙ командаһын ҡотланы

Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң “Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙ хоккей командаһы менән осрашып, уларҙы 8 март байрамы менән ҡотлап,  бүләктәр тапшырҙы.  

“Һеҙҙең халыҡ-ара һәм дә илебеҙ ярыштарында ҙур уңышҡа ҡаҙанғанығыҙ өсөн  ҙур рәхмәт! Һеҙҙең һөҙөмтәгеҙ,  үҫеп килгән быуын өсөн бик мөһим. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ”, тине етәксебеҙ. Ул киләсәктә лә команданы һәр яҡлап ҡурсалауын белдерҙе. Осрашыуҙа Р. Хәбиров команданы уҙған беренселектә еңеүе менән ҡотлап, чемпионаттың алтын миҙалдарын таҡты. Киләсәктә етәкселек менән дуҫтарса осрашыу уҙғарыуы хаҡында ла килеште.

Шулай уҡ “Ағиҙел” клубы менән Силәбе командаһы араһындағы булған осрашыуҙы ҡарап, көйәрмәндәр менән өфөләрҙең уңышына ҡыуанды. Беҙҙекеләр дәғүәсене 13:0 иҫәбенә еңде.

Фото: Башинформ.

Республика Башлығы “Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙ командаһын ҡотланы
Республика Башлығы “Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙ командаһын ҡотланы
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: