Спорт
2 Март 2022, 16:55

“Салауат Юлаев” командаһы еңеүҙән башланы

Яңыраҡ хоккей буйынса Гагарин кубогының беренсе плей-офф осрашыуында “Салауат Юлаев” клубы Новосибирск өлкәһенең “Себер” уйынсыларын ҡабул итте.  

Бәйге, әлбиттә, оҙайлы ғына булған тәнәфестән һуң, әллә ни көсөргәнешле күренмәне. Шуға ла голдарға ла бай булманы. Беренсе булып иҫәпте ҡунаҡтар асһа ла, һуңынан өфөләр Кулемин менән Санников тырышлығында алға сыға һәм уйынды еңеүгә тиклем алып барып еткерә. Был уңышта ҡапҡасыбыҙ, Метсоланың да өлөшө бик ҙур.

Шулай итеп, юлаевсылар серияны еңеүҙән башланы һәм йомала йәнә улар менән сәкәләшәсәк.

фото: ТАСС. 

“Салауат Юлаев” командаһы еңеүҙән башланы
“Салауат Юлаев” командаһы еңеүҙән башланы
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас