Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Март 2022, 09:55

Лидер бәйгене еңелеүҙән башланы

Кисә КХЛ беренселеге плей-офф уйындарының тәүге осрашыуҙары булып уҙҙы.  

Чемпионат лидеры “Металлург” командаһы “Барыҫ” клубын ҡабул итеп, ҡунаҡтарға 2:3 иҫәбенә еңелде. Шулай уҡ “Трактор” уйынсылары ла йонсоп тигәндәй, “Нефтехимик”ты көскә 4:3 иҫәбенә алдырып, плей-оффты уңышлы башланы. Көнбайыш конференцияһында иһә, бер генә осрашыу булды, сөнки “Йокерит” командаһы бәйгенән баш тартыуы сәбәпле, уның буласаҡ дәғүәсеһе “Спартак” уйынсылары көрәшһеҙ киләһе раундҡа аяҡ баҫты. Һәм бына ЦСКА хоккейсылары “Локомотив”ты овертаймда ғына 4:3 иҫәбенә еңде.

Бөгөн ҡалған дүрт пар команда бәйгене дауам итәсәк. “Салауат Юлаев” клубы “Себер”ҙе ҡабул итһә, “Аҡ барс” уйынсылары “Авангард” менән сәкәләшәсәк. СКА клубы “Динамо” (Минск) менән, “Динамо” (Мәскәү) командаһы “Северсталь” клубы менән көс һынашасаҡ..

Фото: ТАСС. 

Лидер бәйгене еңелеүҙән башланы
Лидер бәйгене еңелеүҙән башланы
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: