Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Март 2022, 10:00

Плей-офф башланып та өлгөрмәне, ә “Спартак” киләһе раундта...

Бөгөн  КХЛ беренселегенең плей-офф уйындары башлана.  

Көнсығыш конференцияһынан “Металлург” командаһы “Барыҫ”ты ҡабул итһә, “Трактор” уйынсылары “Нефтехимик” клубы Ә инде Көнбайышта ЦСКА командаһы “Локомотив”ты ҡунаҡ итәсәк. Финляндияның  “Йокерит” хоккейсылары менән “Спартак” клубы араһында булырға тейеш булған бәйге, тәүгеһенең осрашыуҙан баш тартыуы арҡаһында, уларға техник еңелеү бирелде һәм “Спартак” хоккейсылары көрәшһеҙ киләһе раундҡа сыҡты.

Иртәгә иһә “Салауат Юлаев” командаһы “Себер”ҙе ҡабул итһә, “Аҡ барс” уйынсылары “Авангард” менән сәкәләшәсәк. Шулай уҡ СКА клубы “Динамо” (Минск) менән, “Динамо” (Мәскәү) командаһы “Северсталь” менән осрашасаҡ.

Уйындар, элеккесә дүрт еңеүгә тиклем барасаҡ. Уҙған миҙгелдә, Гагарин кубогын “Авангард” командаһы яулағайны.

Фото: ТАСС. 

Плей-офф башланып та өлгөрмәне, ә “Спартак” киләһе раундта...
Плей-офф башланып та өлгөрмәне, ә “Спартак” киләһе раундта...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: