Улар беренсе раундта “Спартак” командаһы менән уйнарға тейеш ине. Хәҙер улар төшөп ҡалғас, уларҙың урынына чемпионатта туғыҙынсы урын алған “Торпедо” уйынсылары уйнауы ихтимал. Әгәр эштәр шулай барһа, СКА командаһы беренсе уйынын “Торпедо” менән уйнай, “Динамо” (Мәскәү) клубы “Динамо” (Минск) менән осрашасаҡ. Ә инде ЦСКА уйынсылары “Локомотив” һәм “Спартак” командаһы “Северсталь” менән көс һынашасаҡ.
“Йокерит” клубына килгәндә, моғайын, улар киләһе миҙгелдә беҙҙең беренселектә ҡатнашмаясаҡ. Аптыраған ти, ана бит үзбәктәр ҙә хоккей уйнай башланы. һәр хәлдә, йылы урын буш ҡалмаҫ… Плей-офф уйындары 1 мартта башланасаҡ.
Фото: ТАСС.