Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Февраль 2022, 21:10

Пока, Пекин! Һаумы, Милан, Кортина-д’Ампеццо!

Шулай итеп, Ҡытайҙағы Ҡышҡы Олимпия уйындары ла гөрләп үтеп китте.  

Беҙҙекеләр бөтәһе 32 миҙал яулап, илебеҙ тарихында тәүге тапҡыр Ҡышҡы уйындарҙан мул уңыш менән ҡайтты. Бигерәк тә саңғысылар һәм конькиҙа фигуралы шыуыусылар дөйөм һөҙөмтәгә тос өлөш индерҙе. Тәүгеләре ҡумтаны 11 миҙалға байытһа (дүрт алтын, дүрт көмөш, өс бронза), фигуристар алты тапҡыр (ике алтын, өс көмөш, бер бронза) уңышҡа өлгәште. Шулай уҡ биатлондан – бер көмөш, өс бронза, фристайлдан – өс бронза, шорт-тректан – бер көмөш, бер бронза, конькиҙа йүгереүҙән – бер көмөш, бер бронза, сноубордтан – бронза, санала шыуыуҙан – бронза, хоккейҙан – көмөш һәм саңғыла трамплиндан һикереүҙән көмөш миҙал яуланылар. Миҙалдар тағы ла күберәк булыр ине, әгәр спортсы­ларыбыҙға саҡ ҡына бәхет йылмайһа... Бер биатлонсы Цветковҡа ғына ике тапҡыр “бронза”лы булыр өсөн 1 – 1,5 секунд ваҡыт етмәне. Ә инде шорт-тректан эстафета ярышында Рәсәй ир-ат командаһын өсөнсө булыуҙан 0,007 секунд ваҡыт айыра.
Шуға ҡарамаҫтан, беҙҙекеләр флагһыҙ, гимнһыҙ ярышһа ла, лайыҡлы сығыш яһап, донъяны яңғыратып ҡайтты. Саңғыла трамплиндан һикереүҙә 54 йылдан һуң беҙҙекеләр йәнә подиумға күтәрелде. Ҡатнаш команда беренселеге ярышында Ирма Махиня, Ирина Аввакумова, Данил Саҙрыев менән Евгений Климов көмөш миҙал яулап, тарихи уңышҡа өлгәште. Шулай уҡ саңғыла йүгереүҙән ир-ат эстафета командаһы ла Алексей Червоткин, Александр Большунов, Денис Спицов һәм Сергей Устюгов составында 42 йыл уҙғас, юғары урынға күтәрелде. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан Юлия Ступак, Наталья Непряева, Татьяна Сорина менән Вероника Степанова ла өс Олимпиаданан һуң, чемпион исемен яуланы. Степанова 21 йәшендә генә “алтын”лы булып, уңышҡа өлгәшкән иң йәш саңғысы булып танылды. Саңғы “короле” исеменә лайыҡ булған билдәле Александр Большунов өс алтын, бер көмөш һәм бер бронза миҙал менән ҡайтты. Ғөмүмән, ул йәһәттән Йоханнес Бе ғына дүрт тапҡыр юғары һөҙөмтәгә өлгәшеп, Большуновты алдырҙы. Наталья Непряева ла миҙалдың һәр төрөн алып, беҙҙең саңғысы ҡатын-ҡыҙҙар араһынан алдынғылыҡты бирмәне. Командалаш иптәше Юлия Ступак бер алтын һәм бер бронза миҙал алды. Биатлондан Эдуард Латипов өс “бронза” яулаһа, Александр Логинов – ике һәм Кристина Резцова менән Ульяна Ниғмәтуллина берәр көмөш һәм бронза миҙаллы була.
Яҡташтарыбыҙҙың сығышына килгәндә, ярайһы ғына уңышлы тиһәк тә була. Шорт-тректан Олимпия уйындары чемпионы Семен Елистратов шәхси беренселектә “бронза” яулаһа, ситтә тыуып, Өфө спорт мәктәбен тамамлаған Руслан Захаров, шорт-тректы конькиҙа йүгереүгә алмаштырып, команда беренселегендә “көмөш”лө булды. Һәм дә Һамар өлкәһе вәкиле, Өфө биатлон спорт мәктәбендә сынығыу алған Эдуард Латипов өс тапҡыр бронза миҙал таҡты.
Әлбиттә, хоккей турниры һәр ваҡыт уйындарҙың йәме булып һанала. Был юлы ла, НХЛ хоккейсыларының ҡатнашмауына ҡарамаҫтан, бәйге ҡыҙыҡлы булмаҡсы ине. Ул шулай тойолдо ла инде, сөнки еңеүгә төп фаворит булып һаналған Канада һәм АҠШ командалары сирекфиналға ла сыға алмай, бәйгенән төшөп ҡалды. Беҙҙекеләр өсөн бигерәк тә уңай һымаҡ булды, сөнки уларға юлында ҡаты бәрелерҙәй дәғүәсе осраманы. Швейцарияны – 1:0, Дания уйынсыларын 2:0 иҫәбенә еңгәс, сирекфиналда Рәсәй егеттәре йәнә Дания менән осрашты һәм уларҙы 3:1 иҫәбенә отто. Ярымфиналда шведтар менән 1:1 иҫәбенә уйнағас, буллит серияһында бәхет беҙгә йылмайҙы. Инде финал ғына ҡалды. Кәпәсеңде ташла ла, әйҙә инде, алға... Юҡ, бер шайба индерҙеләр ҙә, тыныс ҡына еңмәксе булдылар. Ундай уйын менән чемпион булып йөрөү ҙә оят һымаҡ булыр ине. Ә инде финдар лайыҡлы еңде. Улар үҙ тарихында беренсе тапҡыр данға күмелеп, Олимпия уйындары чемпионы булды.
Пока, Пекин! Һаумы, Милан һәм Кортина-д’Ампеццо!
P.S. Уйын һайын һәр ил чемпиондарын үҙенсә тәбрикләй. Әйтәйек, Норвегия, Англия һәм Яңы Зеландия хөкүмәте призерҙарын аҡсалата наградаламай. Шулай уҡ башҡа илдәр ҙә самаһынан сығып тәбрикләмәй. Ә бына беҙҙә 2012 йылдан алып чемпиондарға – 4 миллион, көмөш миҙал – 2,5 миллион һәм бронза миҙал призерына 1,7миллион һум аҡсалата премия түләнә. Унан тыш, урындағы етәкселек тә еңеүселәрен буш ҡалдырмай.

Фото: ТАСС. 

Пока, Пекин!  Һаумы, Милан, Кортина-д’Ампеццо!
Пока, Пекин! Һаумы, Милан, Кортина-д’Ампеццо!
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: