Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Февраль 2022, 11:05

13-сө еңеүсе кем булыр?..

1 март КХЛ беренселеге 2021-2022 йыл миҙгеленең плей-офф уйындары башланасаҡ.  

Коронавирус пандемияһы арҡаһында даими чемпионат тамамланмау сәбәпле, КХЛ етәкселеге клубтарҙың урынлашыуына ҡарап, бәйгене плей-оффтан дауам итергә булды.

1 март, “Металлург” командаһы “Барыҫ”ты ҡабул итһә, “Трактор” уйынсылары “Нефтехимик” менән осрашасаҡ. Шулай уҡ “Йокерит” хоккейсылары “Спартак” менән, ЦСКА командаһы “Локомотив”ты ҡунаҡ итәсәк. Иртәгәһенә “Салауат Юлаев” командаһына “Себер” килһә, “Аҡ барс” уйынсылары “Авангард” менән сәкәләшәсәк. СКА клубы “Динамо” (Минск) менән, “Динамо” (Мәскәү) командаһы “Северсталь”де ҡабул итә.

Уйындар, элеккесә дүрт еңеүгә тиклем барасаҡ. Уҙған миҙгелдә, Гагарин кубогын “Авангард” командаһы яулағайны.

Фото: ТАСС. 

13-сө еңеүсе кем булыр?..
13-сө еңеүсе кем булыр?..
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: