Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Февраль 2022, 19:05

Вәлиеваны “ҡолатһалар ҙа", беҙҙекеләр барыбер беренсе!

Конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса ҡатын-ҡыҙҙарҙың шәхси беренселегендә беҙҙең спортсылар тәүге ике урынды алды.  

Олимпия уйындары чемпионы булып Анна Щербакова танылһа, Александра Трусова көмөш миҙал яуланы. Ә инде ҡыҫҡа программа буйынса лидер булған 15 йәшлек Камилв Вәлиеваны ирекле программала дүртенсе урынға сығарып, миҙалһыҙ ҡалдырҙылар. Камила үҙе лә тулҡынланыпмы инде, сығышында хаталанды һәм уны күрә алмаған МОК түрәләрен ҡыуандырҙы тиһәк тә була. Сөнки улар алдан уҡ, әгәр Вәлиева призерҙар исемлегенә инһә, еңеүселәрҙе тантаналы рәүештә ҡотламаясағын еткерҙе. Бына шул, йәл, әлбиттә...

фото: ТАСС. 

Вәлиеваны “ҡолатһалар ҙа", беҙҙекеләр барыбер беренсе!
Вәлиеваны “ҡолатһалар ҙа", беҙҙекеләр барыбер беренсе!
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: