Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Февраль 2022, 14:55

Захаров ике төрҙән ике миҙаллы булды

Конькиҙа йүгереү буйынса команда беренселегендә беҙҙекеләр Норвегия спортсыларына ғына ҡалышып, Олимпия уйындарының көмөш миҙалын яуланы.  

Команда составында Даниил Алдошкин, Сергей Торофимов һәм яҡташыбыҙ Руслан Захаров ҡатнашты. Һуңғыһы бигерәк тә хәҙер ике төр буйынса уйындарҙың призеры булып танылды. Захаров Сочи уйындарында шорт-трек буйынса команда составында алтын миҙал яулап, конькиҙа йүгереүгә күсте һәм бына был төрҙән дә көмөш миҙалға эйә булды. Афарин!

Фото: ТАСС. 

Захаров ике төрҙән ике миҙаллы булды
Захаров ике төрҙән ике миҙаллы булды
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: