-5 °С
Болотло
Республика балалар клиник дауаханаһында оҙайлы дауалауҙа булған «УҡыйбыҙБеләбеҙ» госпиталь мәктәбе балалары өсөн республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин менән онлайн-шашка турниры 22 февралдә үтәсәк. Унда дауахананың онкология һәм гематология бүлегендә ятыусы балалар ҡатнашасаҡ.
Был турнир балалар араһында был спорт төрөн популярлаштырыу, шашка уйнауға ҡыҙыҡһыныу уятыу, интеллектуаль яҡтан һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү, онкологик сирле балаларҙың проблемаларына иғтибарҙы йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Фото: Т. АМАНОВ.