Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Февраль 2022, 19:45

БЕР ГЕНӘ КӨМӨШ МИҘАЛ

Бөгөн Пекинда барған Ҡышҡы Олимпия уйындарының дүрт комплект миҙалы уйнатылды.  

Беҙҙекеләр конькиҙа фигуралы шыуыуҙан ғына көмөш миҙал яулап, ҡумтабыҙҙы бер миҙалға байытты.  Парлы бейеүҙән Виктория Синицына менән Никита Кацалапов икенсе һөҙөмтәгә өлгәшеп, командабыҙға алтынсы көмөш миҙал килтерҙе. Трамплиндан саңғыла һикереүҙән ир-ат командаһы финалға сығып, етенсе урынға сыҡты.

Әлегә беҙҙекеләр дүрт алтын, алты көмөш һәм һигеҙ бронза миҙал яулап, дөйөм командалар араһында һигеҙенсе урынды биләй. Юғарыла Норвегия спортсылары (туғыҙ алтын. биш көмөш һәм ете бронза миҙал).

Фото: ТАСС. 

БЕР ГЕНӘ КӨМӨШ МИҘАЛ
БЕР ГЕНӘ КӨМӨШ МИҘАЛ
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: