Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Февраль 2022, 17:50

Большунов билдәле Зимятовты уҙҙы

Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарын етенсе ярыш көнөндә  саңғыла йүгереүҙән Александр Большунов йәнә миҙаллы булды.  

Был юлы ул көмөш миҙал яулап, илебеҙ саңғысылары араһында яулаған миҙал иҫәбе буйынса данлыҡлы Николай Зимятовты уҙып китте. СССР заманында ярышҡан Зимятов үҙ карьераһында Олимпия уйындарында дүрт «алтын» һәм бер «көмөш»лө була. Ә инде 25 йәшлек Большунов иҫәбендә бер алтын, дүрт көмөш һәм бер бронза миҙал. Әлбиттә ул йәһәттән, билдәле Раиса Сметанинаға етеүсе юҡ. Ул заманында дүрт «алтын», биш «көмөш» һәм бер «бронза»ға лайыҡлана.

Фото: ТАСС. 

Большунов билдәле Зимятовты уҙҙы
Большунов билдәле Зимятовты уҙҙы
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: