Саңғыла йүгереүҙән Александр Большунов икенсе урын яулап, Ҡытай уйындарынан ике миҙаллы булды.
Скеатлон төрөнән Александр Третьяковҡа бронзаға ынтылырға 0,22 секунд ҡына етмәне. Шулай уҡ командалаш иптәше Евгений Рыкосуев алтынсы һөҙөмтә күрһәтте. Конькиҙа 10000 метр араға уҙышыуҙа Александр Румянцев финишта бишенсе булды. Биатлондан Кристина Резцова йәнә ике тапҡыр хаталанып, был юлы ла миҙалға үрелә алманы. Һөҙөмтә – алтынсы урын. Хоккей турнирында Рәсәй командаһы Данияны 2:0 иҫәбенә еңеп, алдан сирекфиналда урын алды. Шорт-тректа беҙҙең ир-ат эстафета командаһы Семен Елистратов менән финалға сыҡты.
Иртәгә алты комплект миҙал уйнатыласаҡ. Бигерәк тә саңғы спорты буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында эстафета ярышы ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Шулай уҡ биатлондан ир-аттар спринт бәйгеһендә көс һынашасаҡ.
Фото: ТАСС.