Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Февраль 2022, 21:10

Яҡташыбыҙ Пекин “бронза”һын яуланы!

Шорт-трек буйынса 1500 метр араға ярышыуҙа Семен Елистратов өсөнсө урын яулап, Рәсәй ҡумтаһын алтынсы бронза миҙал менән байытты.  

Шулай итеп, яҡташыбыҙ уҙған уйындарҙың һөҙөмтәһен ҡабатлап, Олимпия уйындарының ике тапҡыр бронза миҙал призеры булды. Шулай уҡ ул, эстафета командаһы составында ла Сочиҙа уҙған Олимпия уйындарының чемпионы исеменә лайыҡланғайны. Афарин!

Пекиндағы бишенсе ярыш көнө беҙҙекеләргә бер генә уңыш килтерҙе.

Фото: ТАСС. 

Яҡташыбыҙ Пекин “бронза”һын яуланы!
Яҡташыбыҙ Пекин “бронза”һын яуланы!
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: