Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Февраль 2022, 13:50

Көн дә бер ғауға...

Конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса команда беренселегендә беренсе урын алған Рәсәй спортсыларын допинг ҡулланыуҙарында ғәйепләйҙәр.  

Шуның өсөн дә һаманға тиклем призерға миҙалдар тапшырылмаған. Ике тапҡыр йыйыналар, әммә бүләктәре еңеүселәрен көтөп ҡала. Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә таянғанда, Рәсәй составынан кемеһендәҙер тыйылған преппарат табылған. Әгәр һүҙ дөрөҫкә сыҡһа, беҙҙекеләр йәнә бер үк тырмаға баҫып, сираттағы миҙалынан ҡаласаҡ. Ә бит былай ҙа ышанысын юғалтҡан Рәсәй спортсыларына ҡараш, йәнә бермә-бер артасаҡ. Дошмандар әле үк эргәлә уралып, бронза миҙалды дүртенсе урын яулаған Канада спортсыларына бирмәксе...

Фото: ТАСС. 

Көн дә бер ғауға...
Көн дә бер ғауға...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: