Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Февраль 2022, 17:45

Терентьев -өсөнсө

Саңғыла йүгереү буйынса спринт ярышында Александр Терентьев финишта өсөнсө ваҡыт күрһәтеп, Олимпия уйындарының бронза миҙалын яуланы.  

Шулай уҡ финалға сыҡҡан Артем Мальцев бишенсе булды. Ә бына Сергей Устюгов финалға сыға алманы. Ҡатын-ҡыҙҙар арһынан беҙҙекеләрҙән береһе лә төп бәйгелә ҡатнашманы, сөнки барыһы ла ярымфиналда төшөп ҡалып бөттөләр.

Шулай итеп, әлегә беҙҙекеләр ике генә “бронза”лы булды.

Фото: ТАСС. 

Терентьев -өсөнсө
Терентьев -өсөнсө
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: